Кусимово (Абзелиловский район) 16:35:24 28.04.2024
Бөгөн Ташбулат ауылы биләмәһендәге ауылдарҙа зыяраттарҙы таҙалау буйынса субботник-өмә үтте.
Был өмәгә Күсем ауылы халҡы ла әүҙем ҡушылды. Ике трактор арбаһы һәм дүрт газель суп-сар, ағас ботаҡтары түгелде. Ауылыбыҙҙың муллаһы Йәмил Фаизов, әреүәхтәр рухына аят бағышланы.
Субботникка сығыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт! Айырым рәхмәт техника менән ярҙам иткән ауылдаштарға!
«Үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тереләрҙең ҡәҙерен бел...»